БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МИЛЛИ МУЗЕЙЫНДА ШИҒРИӘТ КИСӘҺЕ
Мероприятия по Пушкинской карте
22 марта 2023
21 март көнө Башҡортостан Республикаһының Милли музейында халыҡ-ара шиғриәт көнөнә арналған «Күңелем шиғриәте» тигән әҙәби кисә уҙҙы. Әҙәби кисәлә билдәле шағирә, драматург, тәржемәсе, журналист Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар), шағир, журналист, уҡытыусы Ринат Сөләймәнов һәм шағирә, «Аҡбузат» әҙәби-нәфис журналының бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова сығыш яһаны.
Кисәгә Өфөнөң Киров һәм Ленин райондарының мәктәп уҡыусылары саҡырылды. Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар) үҙенең 13 йәштә яҙған шиғырын уҡып үтте. Шулай уҡ ижадҡа аяҡ баҫырға йыйнған йәш быуынға үҙенең кәңәштәрен бирҙе. Мандолинала үҙе ижад иткән «Мөхәббәт тыуғанда» тигән йыр башҡарҙы. Ринат Сөләймәнов уҡыусыларҙы үҙенең ижад итеү тарихы менән таныштырҙы, үҙенең бала сағына, тыуған яғына бағышланған шиғырҙарын уҡыны. Айгөл Ғәбитова бөгөнгө көндә ижад иткән шағирҙарға шиғыр яҙыуҙан тыш ижад емешеңде, шағир фекерен йәмғиәткә еткерә белеү мөһим икәненә асыҡлыҡ индереп үтте. Үҙенең илһөйәр рухында яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Әҙәби кисәлә мандолина һәм ҡурай дуэтынан көйҙәр теҙмәһе башҡарылды. Кисә шиғырлы, йыр-моңло йылы осрашыу мөхитендә уҙҙы.
Башҡортостан Республикаһының Әҙәби кисәһенән һуң музей ҡунаҡтары авторҙарҙан автограф алды, күмәкләшеп фотоға төшөү ойошторолдо, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы күргәҙмә залдары буйлап сәйәхәт итеү ойошторолдо.
Бындай Әҙәби кисәләр, ижади осрашыуҙар йәш быуын өсөн файҙалы. Уҡыусылар авторҙар менән осраша, уҙ фекерҙәрен еткерә, ижади процеста ҡатнаша. Яҙыусылар ҙа үҙенең аудиторияһын күрә, йүнәлешен билдәләй, уҡыусылары борсоған темаларҙы билдәләй.

Фотогалерея
Мероприятия по Пушкинской карте
Новости
Все новости