«БӨГӨНГӨ ЙӘМҒИӘТТӘ ЮМОР ҺӘМ САТИРА» ӘҘӘБИ КИСӘҺЕ ҮҘ ТАМАШАСЫЛАРЫН КӨТӘ
Мероприятия по Пушкинской карте
27 марта 2023
31 март Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Бөгөнгө йәмғиәттә юмор һәм сатира» тип исемләнгән Әҙәби кисә уҙасаҡ. Сара Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторола һәм халыҡ-ара көлкө көнөнә арнала.
Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе танылған сатирик яҙыусы, шағир, публицист, тәржемәсе, Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов (Мар Сәлим), танылған артист, һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың Халыҡ артисы Вәлит Илембәтов, рәссам һәм скульптор, танылған каррикатурист Камил Бузыкаев менән ҡыҙыҡлы осрашыу көтә.
Саранан һуң ҡунаҡтарға Башҡортостан Милли музейы экспозициялары менән танышырға, саҡырылған ҡунаҡтар менән аралашырға һәм автограф алырға мөмкин буласаҡ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Сатира һәм юмор донъяһына рәхим итегеҙ! Әҙәби кисә 12:00 сәғәттә башлана.

Новости
Все новости